+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2017, 18:18

Кәңәшмә үтте

Үткән шаршамбы район хакимиәтенең ултырыштар залында муниципаль район Советының сираттағы, 19-сы ултырышы һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Бохаров етәкселегендә киңәйтелгән кәңәшмә үтте.

Үткән шаршамбы район хакимиәтенең ултырыштар залында муниципаль район Советының сираттағы, 19-сы ултырышы һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Бохаров етәкселегендә киңәйтелгән кәңәшмә үтте.

Унда муниципаль район Советы депутаттары, муниципаль район хакимиәтенең бүлек етәкселәре, район ойошмалары, предприятиелары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Оператив кәңәшмәлә газ менән файҙаланғанда һәм газ үткәргестәргә яҡын урындарҙа ер эштәре менән булғанда хәүефһеҙлек күҙәтеү, социаль өлкә учреждениелары ҡаҙанлыҡтарын хеҙмәтләндереү һәм диспетчерлаштырыу, урындарҙа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу барышы тураһында мәсьәләләр ҡаралды. Ошонда уҡ ауыл биләмәләре хакимиәттәре һәм ойошмалар араһында үткәрелгән мобилизация эше һәм хәрби иҫәп буйынса смотр-

конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Смотр-

конкурс еңеүселәренә Дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: