+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2017, 13:26

Ут менән һаҡһыҙ эш итеү бәләгә килтерҙе

7 ноябрҙә 21 сәғәт 07 минутта “Федераль Янғын хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 14-се отряды” ФДКУ-һының дежур-диспетчер хеҙмәтендә Рус Саскүле ауылындағы бер йортта янғын сығыуы хаҡында хәбәр алына.

7 ноябрҙә 21 сәғәт 07 минутта “Федераль Янғын хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 14-се отряды” ФДКУ-һының дежур-диспетчер хеҙмәтендә Рус Саскүле ауылындағы бер йортта янғын сығыуы хаҡында хәбәр алына.

Янғын урынына тәүгеләрҙән булып Аҡкүл ауыл биләмәһе хакимиәтенең ирекле янғын һүндереүселәре, улар артынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенең 2 берәмек техникаһы һәм 4 кешенән торған личный составы килеп етә. Янғын һүндереү подразделениелары килеп еткәндә ағас йорттоң иҙәне, йыһаздар һәм эске өлөшө яна ине. 21 сәғәт 22 минутта ут ауыҙлыҡланды һәм 21 сәғәт 42 минутта янғын тулыһынса һүндерелде.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында 26 йәшлек ир кеше зыян күрә, тәне бешкән һәм һөрөм газына ағыуланған хәлдә Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатыла. Ваҡиға урынында тәүтикшереүсе эшләй, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана, яҡынса күҙаллауҙар буйынса ут менән һаҡһыҙ эш итеү ошондай күңелһеҙ хәлгә сәбәпсе булған да инде.

Статистикаға ярашлы, көнкүрештә янғын сығыуға түбәндәгеләр сәбәпсе булырға мөмкин:

- һүндерелмәгән тәмәке;

- электр селтәренә ҡуйылған үтек һәм башҡа электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырыу;

- өйҙә буяу, лактарҙы һаҡлау (айырыуса яҡшы йылытылған бинала, шул уҡ ваҡытта йылытыу ҡоролмаларына яҡын урында);

- нимәнелер таҙартыу өсөн бензин һәм ацетон ҡулланғанда һаҡһыҙ эш итеү һәм башҡалар.

Ауырғазы район-ара янғын күҙәтеүе эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге хеҙмәткәрҙәре янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә!


Читайте нас: