+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2017, 17:04

Географик диктант үтәсәк

Рәсәй география йәмғиәтенең попечителлек рәйесе, ил Президенты В.В.Путин инициативаһы менән илебеҙҙә өсөнсө тапҡыр уҙғарыласаҡ Географик диктант быйыл 26 ноябрҙә була.

Диктант яҙыу өсөн ил төбәктәрендә 1000-дән ашыу майҙансыҡ билдәләнгән. Уларҙың һаны буйынса беҙҙең республика беренсе урында – бөтәһе 76 диктант яҙыу пункты теркәлгән. 2017 йылғы “Географик диктант” акцияһында Әзербайжан, Австралия, Аргентина, Әрмәнстан, Төркиә, Беларусия, Кипр, Ҡырғыҙстан һәм башҡа күп илдәрҙең рус телле халҡы ҡатнаша аласаҡ.Шулай итеп, диктант бер юлы 4 ҡитғала – Европала, Азияла, Америкала һәм Австралияла үтәсәк.

Диктант яҙыу өсөн үҙегеҙ йәшәгән урындағы майҙансыҡтың сайтында теркәлергә кәрәк. Уны dictant.rgo.ru сайтына инеп, “Диктант географияһы” бүлегендә белергә мөмкин.
Читайте нас: