-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2017, 16:50

Граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы

27 ноябрҙән 3 декабргә тиклем “Берҙәм Рәсәй” партияһының 16 йыллығына арналған граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы үтә.

Ҡабул итеүҙәрҙә муниципаль район Советы, ауыл биләмәләре депутаттары, район хакимиәте, хоҡуҡ һаҡлау органдары, прокуратура, Пенсия фонды, халыҡты социаль яҡлау органы, дауалау учреждениелары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре уҙғара.

Ҡабул итеү иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем 8 майҙансыҡта барасаҡ:

1. Урындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе (адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2) – шәхси ҡабул итеү, район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров уҙғара, 27 ноябрҙә;

2. Урындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе (Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2) – шәхси ҡабул итеү, район Советы рәйесе З.М.Хафизов уҙғара, 28 ноябрҙә, 11.00-дән 13.00 сәғәткә тиклем;

3. Өҫтәмә майҙансыҡ (Аҡкүл ауылы, Көньяҡ урам, 2/2) – “түңәрәк өҫтәл”, ра-йон Советы депутаты А.А.Рафиҡов, ауыл биләмәһе Советы депутаттары ҡатнаша, 30 ноябрҙә;

4. Өҫтәмә майҙансыҡ (Сәйетбаба ауылы, Партизан урамы, 50) – “түңәрәк өҫтәл”, район Советы депутаты Ә.М.Аҫылбәков, ауыл биләмәһе Советы депутаттары ҡатнаша, 30 ноябрҙә;

5. Өҫтәмә майҙансыҡ (Еҙем-Ҡаран ауылы, М.Ғафури урамы, 22) – шәхси ҡабул итеү, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов уҙғара, 30 ноябрҙә;

6. Өҫтәмә майҙансыҡ (Яңғыҙҡайын ауылы, Әсфәндиәров урамы, 4) – “түңәрәк өҫтәл”, район Советы депутаты Р.В.Мөьминов, ауыл биләмәһе Советы депутаттары ҡатнаша, 30 ноябрҙә;

7. Өҫтәмә майҙансыҡ (Красноусол ауылы, Аэродром урамы, 18, ултырыштар залы) – шәхси ҡабул итеү, район Советы депутаты Г.А.Ноғоманова уҙғара, 29 ноябрҙә.

Муниципаль район Советы депутаттарына район хакимиәтенең рәсми сайтында (адресы: http://www.gafury.bashkortostan.ru/council/deputies/) электрон юл менән мөрәжәғәт итергә була.


Читайте нас: