+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2017, 13:33

Мәүлит – изге байрам

Мәүлит байрамы – пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнө, ислам донъяһында ҙурлап байрам итеп үткәрелә. Һижри календарь

буйынса ул Рәбиғел әүүәл айының 11-се көнөнә, миләди йыл хисабы буйынса быйыл 30 ноябргә тап килә.

Тап ошо изге көнгә арнап, 30 ноябрҙә 10.30 сәғәттә Район мәҙәниәт һарайында район кимәлендәге ҙур сара була. Уны Красноусол мәсете район ағинәйҙәре һәм мөслимәләре менән берлектә ойоштора. Сараға Өфөнән, Ишембай районынан ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Ойоштороусылар динебеҙгә ылығыусыларҙы, барлыҡ теләүселәрҙе матур байрамда көтөп ҡала.


Читайте нас: