+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2017, 12:30

Асыҡ тыңлау үтте

6 декабрҙә 11.00 сәғәттә Муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында Ғафури районы муниципаль район Советының “Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының 2018 йылға һәм 2019-2020 йылдарҙағы пландағы осорға бюджеты тураһында” ҡарар проекты буйынса асыҡ тыңлау үтте. Асыҡ тыңлауҙа райондың 47 гражданы ҡатнашты.

Совет ҡарары проектын ҡарағандан һуң, асыҡ тыңлауҙа ҡатнашыусылар ҡарар итте:

1. БР Ғафури районы муниципаль район Советының “Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының 2018 йылға һәм 2019-2020 йылдарҙағы пландағы осорға бюджеты тураһында” ҡарар проектын, тотош алғанда, хупларға.

2. Асыҡ тыңлау протоколын һәм ҡарарын Муниципаль район Советына тапшырырға.

3. Асыҡ тыңлау һөҙөмтәләрен, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.

Галина ПЕТРОВА,

асыҡ тыңлауҙы әҙерләп уҙғарыу комиссияһы рәйесе,

Һамар һайлау округы буйынса

Муниципаль район Советы депутаты.
Читайте нас: