+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2017, 12:41

Суд приставтары ҡабул итә

12 декабрҙә Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы етәкселеге, Идаралыҡ аппаратының бүлек начальниктары һәм республиканың барлыҡ район, ҡалаларындағы бүлек начальниктары – өлкән суд приставтары граждандарҙы ҡабул итә.

Беҙҙең районда ҡабул итеү суд приставтары хеҙмәтенең район бүлегендә (адресы: Красноусол ауылы, Коммунистик урам, 18) 14.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем уҙа. Шәхси ҡабул итеүгә яҙылыу Суд приставтары хеҙмәте Идаралығының рәсми сайтындағы: http://r02.fssprus./ru/ “Электрон сират” тигән электрон сервис ярҙамында бойомға ашырыла, ҡабул итеүгә шәхесте раҫлаусы таныҡлыҡ алып килергә кәрәк.
Читайте нас: