+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2017, 17:13

Шахси кабинет уңайлы

Суд приставтары Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығының рәсми сайтында: http://r02.fssprus.ru “Башҡарыу производствоһы яғының шәхси кабинеты” сервисы эшләй.

Был сервис граждандар компьютер эргәһенән китмәй генә Суд приставтары хеҙмәтенә бөтә төр ғариза, ходатайство һәм ялыуҙарҙы ебәрә алһын, шулай уҡ башҡарыуҙа булған башҡарыу производствоһы буйынса бөтә төр мәғлүмәт ала алһын өсөн махсус булдырылған.

Был сервис аша бирелгән бөтә ғаризалар уны алған көндөң иртәгәге эш көнөнән дә һуңлатмай теркәлә һәм теүәл ҡануниәттә билдәләнгән тәртипкә, ваҡытҡа ярашлы ҡарала. Башҡарыу производствоһы яғы кешеһе, был сервисҡа яҙылып, процессуаль документтарҙың күсермәләрен алыу һәм башҡарыу производствоһы барышы хаҡында тулы хәбәрҙәр алып тороу мөмкинлегенә эйә була.
Читайте нас: