18 декабрҙә район Советы депутаттарының сираттағы 21-се ултырышы булып үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, ауыл биләмәһе башлыҡтары, ойошма, учреждение етәкселәре ҡатнашты.
Депутаттар көн тәртибенә сығарылған 10 мәсьәләне ҡараны. Килемдәр һәм сығымдар буйынса район бюджеты, Ғафури районы муниципаль районының социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау, Ғафури районы муниципаль районының 2018 йылға һәм пландағы 2019-2020 йылдарға район бюджеты, “Тирмәкәй” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын тотоуға сығымдарҙы, 2018 йылға районда тораҡ булмаған биналарҙың бер квадрат метрының хаҡын раҫлау, автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу һәм ремонтлау буйынса Положение, муниципаль район биләмәһендә автомобиль юлдары эргәһендә юл һыҙаттары сиктәрен билдәләү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Көн тәртибендә ҡаралған мәсьәләләр буйынса ҡарар ҡабул ителде. Ошоноң менән район Советы ултырышы үҙ эшен тамамланы.