-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2017, 13:43

Халыҡ өсөн эшләйҙәр

Иғлан ителгән Экология һәм төҙөкләндереү йылында Үтәк ауыл хакимиәте Игенселәр халҡы өсөн күп эштәр башҡарҙы.

Үҙәк һәм Йәштәр урамдарына ҡырсынташ түшәлеп, юл аша һыу ағып ятмаһын өсөн траншея ҡаҙылды, юл ситтәре тәртиптә тотола. Иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункты ремонтланды, шул уҡ бинала ауыл халҡына йыйылып төрлө саралар үткәреү өсөн “Ҡыҙыл мөйөш” эшләнде. Яуҙа ятып ҡалғандар иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды. Балалар ҙа етәкселәрҙең иғтибар үҙәгендә – “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә кескәйҙәргә уйын майҙансығы ҡуйылды. Ер алырға теләүселәргә лә ярҙам күрһәтелә. Ғөмүмән, кешеләр уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн барыһы ла эшләнә.

Игенселәр ауылы халҡы исеменән биләмә башлығы Фәрит Бохаровҡа, ауыл старостаһы Камил Әсфәндиәровҡа хәстәрлектәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Яуаплы эштәрендә уңыштар юлдаш булһын.

Ишбулды БАҺАУЕТДИНОВ.

Игенселәр ауылы.


Читайте нас: