+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2017, 13:45

Күмәкләгән – яу ҡайтарған

Ҡарағай ауылындағы элекке балалар баҡсаһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһының эргә-тирәһе ташландыҡ хәлгә килгәс, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғолов өмә ойоштороп, ҡойма-ҡаралтылары төҙөкләндерелде.

Үҙ техникалары менән Илфат Үтәгәнов, Флүз Шәрәфетдинов, Динар Үтәгәнов, Илдар Ниғмәтуллин урмандан кәртә-бағаналыҡ ағас килтерҙе. Фәнүр Собханғолов “Беларусь” менән штакетниктар ташып торҙо. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, алда телгә алынған ир-егеттәр һәм Илдус Салауатов, Фәрит Мофаззалов, Линар Бирҙеғолов, Марсель Монасиповтар тырышып, биләмәне тиҙүк кәртәләп тә алдылар.

Ә Фәнүр Собханғолов, Динар Үтәгәнов, Айытбай Зәйнешев, Илдар Ниғмәтуллиндар ауыл хакимиәте янында Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы бу-йынса алынған “Беларусь” тракторына гараж төҙөп ҡуйҙы.

Тәғзимә САЛАУАТОВА.

Ҡарағай ауылы.
Читайте нас: