+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2018, 13:52

Клуб юҡ тип торманыҡ

Ауылыбыҙҙа клуб емерек хәлдә тип торманыҡ. Йыл һайын Яңы йыл байрамын тышта үткәреп өйрәнеп бөттөк инде. Быйыл да ир-егеттәребеҙ клуб бинаһы эргәһенә таҡтанан сәхнә эшләп ҡуйҙылар.

Район мәҙәниәт һарайынан бер төркөм артистар: Рәзилә Хәбибуллина, Эльвира Насирова, Хызыр Нәзиров, Гөлфирә Бәширова (ауылыбыҙ килене), Фәнзил Ғәлин, тауыш операторы Радик Иҫәнғәлин килеп, байрамыбыҙға йәм һәм йән бирҙеләр. Улар шаян һүҙҙәр һөйләп, күңелле уйындар уйнатып, ауылдаштарыбыҙҙы көлдөрөп, моңло йырҙары менән йыр-моңға һыуһаған халыҡтың күңелдәрен күтәреп, дәрт-дарман биреп һөйөндөрҙөләр. Беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итеп, концерт ҡуйғандары өсөн уларға яратҡан “Табын” гәзите аша ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: