-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2018, 13:36

Үҙ ғәйебен таныны

Ғафури район прокуратураһы тарафынан “Звезда” гәзитенең баш мөхәррирен үлтереү факты буйынса ғәйепләү акты раҫланды.

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 2016 йылдың авгусында быға тиклем кеше үлтергән өсөн хөкөм ителгән Төмән өлкәһе кешеһе мәрхүм менән осраша һәм Красноусол ауы-лы эргәһендәге урманда спиртлы эсемлектәр ҡуллана. Улар араһында мәрхүмдең телефоны юғалыу сәбәпле бәхәс сыға. Ғәйепләнеүсе мөхәррирҙең башына 2 тапҡыр шешә менән һуға, һуңғыһы шунда уҡ йән бирә. Енәйәтсе машинаны урлап ҡаса.

Енәйәт эшен тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, уға үлтереү, машина һәм телефон урлау, шулай уҡ алдараҡ бер төркөм кешеләр менән енәйәтле килешеү буйынса урлауҙа ғәйепләү ҡарары сығарылды.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Енәйәт эше Ғафури район-ара судына ебәрелде.
Читайте нас: