-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2018, 12:22

Биләмә башлығына штраф һалынды

Ғафури район прокуратураһы урындағы ауыл биләмәләренең береһендә гражданиндың хакимиәткә мөрәжәғәтен ҡарағанда закон боҙоу осрағын асыҡланы.

Асыҡланыуынса, былтыр ноябрҙә ауыл кешеһе биләмә башлығына малды ҡыуыу мәсьәләһен хәл итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Ләкин урындағы түрә уның ғаризаһын ҡарамайынса яуапһыҙ ҡалдырған.

Район прокуратураһы был факт буйынса муниципалитет башлығына РФ КоАП-ының 5.59-сы статьяһы (граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡарау тәртибен боҙоу) буйынса административ эш асты. Уны ҡарағандан һуң, мировой судья ауыл хакимиәте етәксеһенә 5 мең һум күләмендә штраф һалды. Ә мөрәжәғәт итеүсегә яуап ебәрелде.

Марсель ҒИЛӘЖЕВ,

прокурор ярҙамсыһы,

2-се класлы юрист.
Читайте нас: