+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2018, 17:56

Район-ара судта яңы судья

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 2 мартындағы 92-се Указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Ғафури район-ара судының судьяһы итеп Ирек Йәғәфәр улы Абдулов тәғәйенләнде.

И.Й.Абдулов үҙенең карьераһын БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың 2011 йылдың 15 мартындағы ГС-1690 ҡарарына ярашлы, БР Ауырғазы районының 2-се участкаһында мировой судья булып башлай.

2018 йылдың 6 мартында Ғафури район-ара судьяһы рәйесе Р.Р.Камалов Талбазы ауылында Ауырғазы районының суд аппаратын һәм хоҡуҡ һаҡлау органы етәкселәрен И.Й.Абдулов менән таныштырҙы. И.Й.Абдулов Ғафури район-ара судының Талбазы ауылындағы даими суд эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырасаҡ.

Р.Р.Камалов яңы тәғәйенләнгән судьяны вазифаһы менән ҡотланы һәм эшендә уңыштар теләне.


Читайте нас: