27 март – Халыҡ-ара театр көнөндә Ғафури халыҡ театры үҙ тамашасыһын яңы премьера менән һөйөндөрмәксе.
Әле һәүәҫкәр артистар режиссер Зәйтүнә Зәйнешева етәкселегендә Ишембай ҡалаһында йәшәүсе драматург Мөҙәрис Багаевтың “Табышалар парҙар, ҡауышалар йәрҙәр” тип аталған комедияһын әҙерләй. Йөкмәткеһе менән республикабыҙҙа иғлан ителгән Ғаилә йылына ауаздаш әҫәр ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға саҡыра.
Театр көнөнә арналған сараға районыбыҙҙың башҡа халыҡ театрҙары ла саҡырыла, ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр була. Пьеса авторы М.Багаев менән осрашыу ҙа көтөлә.
Театр байрамы тамашасыларҙы көтә! Сара 18.00 сәғәттә башлана (12+).