19 апрелдә 19.00 сәғәттә Өфөлә Конгресс-холл бинаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитов менән һөйләшеү була. Осрашыу “Рәсәй-Башҡортостан”, БСТ, “Вся Уфа” телеканалдары, радиостанциялар тарафынан күрһәтеләсәк һәм ишеттереләсәк.
Журналистар менән бер рәттән осрашыуға төрлө эшмәкәрлек өлкәһе вәкилдәре лә саҡырылған. Красноусолда урынлашҡан “Рәхмәт” (“Спасибо”) хәйриә магазины – республикабыҙҙағы иң тәүге хәйриә магазины ла осрашыуға рәсми саҡырыу алды. Магазин етәксеһе республика Башлығына Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уны яҡлау буйынса һорау бирергә йыйына.