Рәсәй Федерацияһы Президентының 2017 йылдың 9 майындағы 202-се һанлы “Рәсәй Федерацияһында футбол буйынса FIFA 2018 йылғы донъя чемпионатын уҙғарыу осоронда айырыуса хәүефһеҙлек сараларын ҡулланыу үҙенсәлектәре хаҡында”ғы Указына ярашлы, 2018 йылдың 25 майы-нан 25 июленә тиклемге осорҙа Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Волгоград, Свердловск, Калининград, Нижегородка, Ростов, Һамар өлкәләре, Татарстан, Мордовия Республикалары, Краснодар крайы биләмәләрендә донъя кимәлендәге спорт саралары барған осорҙа хәүефһеҙлек саралары көсәйтеләсәк.