+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2018, 14:10

Закон боҙоуға юл ҡуйылмаясаҡ

Браконьерлыҡ факттарын иҫкәртеү һәм булдырмау, экологик хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, браконьер эшмәкәрлеге һәм район биләмәһендә һыу биоресурстарын һаҡлау маҡсатында районда 25 апрелдән 8 майға тиклем профилактик саралар үтә.

Операция барышына законһыҙ рәүештә биоресурстарҙы ҡулланыуҙы асыҡлауға, һыу ҡоштары, һаҙ-болон, ялан, дала, тау һәм ҡыр йәнлектәренә һунар итеү һәм ҡорал, патрондар әйләнешендәге тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлау өсөн тәбиғәтте һаҡлаусы структуралар һәм һунар ойошмалары йәлеп ителә. Граждандарҙағы ҡорал тотоу тәртибенә, һунар ваҡытында спиртлы эсемлектәр эсеүгә, ҡоралға тейешле документтарҙың, һунарға рөхсәт ҡағыҙының булыуына, ҡиммәтле тоҡомло балыҡ тотоу һәм уны законһыҙ һатыу күренештәрен тикшереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә.

Айрат МИРХӘЙҘӘРОВ,

полиция начальнигы урынбаҫары,

полиция подполковнигы.


Читайте нас: