+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2018, 12:25

Бөйөк Еңеүгә арнала

Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығы айҡанлы район үҙәгендә төрлө спорт ярыштары уҙғарыу ҡаралған.

9 Майҙа йылдағыса Красноусол ауылы урамдары буйлап еңел атлетика эстафетаһы үтә. Йыйылыу урыны 2-се мәктәп эргәһендә һәм старт 11.00 сәғәттә бирелә. Эстафетала мәктәп уҡыусыларынан тыш хеҙмәт коллективтары командалары ла ҡатнаша. 12.00 сәғәттә ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол турниры, 12.30 сәғәттә “Йәшлек” ял паркында “Еңеү кубогы”на футбол, 13.00 сәғәттә Красноусолдағы 1-се һәм 2-се урта мәктәптәрҙә урам баскетболы буйынса район турнирҙары үтәсәк.

12 майҙа 10.00 сәғәттә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шахмат буйынса асыҡ район беренселеге уҙғарыла.


Читайте нас: