+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2018, 12:54

Ғаилә аҙналығы башлана

Халыҡ-ара ғаилә көнө айҡанлы Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Ғаилә аҙналығы сиктәрендә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы байтаҡ саралар уҙғара.

14 майҙа “Изгелектең ғаилә бумерангы” республика акцияһы башлана. Уның маҡсаты - яңы һәм тотонолған балалар әйберҙәрен: йыһаз, коляскалар, сана, велосипед, һикереү һәм йөрөп китеү яйланмаларын, бала ашатыу ултырғыстарын, стерилләү аппараттарын һәм термик эшкәртеп булырлыҡ башҡа әйберҙәр йыйыу. Акция 14 майҙа уҙа һәм халыҡ араһында ҡыҙыҡһыныу тапһа һәм ғаиләләргә балалар әйберҙәре кәрәк тип табылһа, тағы оҙайтылырға мөмкин.

Тауарҙарҙы ҡабул итеү урыны: Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1 адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһе.

16 майҙа “Ата-әсәйеңә шылтырат” акцияһы уҙа. Акция оло йәштәге кешеләргә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, туғанлыҡ бәйләнештәрен, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

17 майҙа – “Ышаныс телефоны көнө”.

19 майҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса “Ғаилә тормошо ҡорамалары”
тигән ғаилә ял көнө үткәрелә. Ғафури районында уның ҡасан, ҡайҙа
буласағы һуңыраҡ хәбәр ителәсәк.
Читайте нас: