Үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында Ғафури районы муниципаль район хакимиәте ҡарар ҡабул итте.
Ҡарарға ярашлы 2016 – 2018 йылдарҙа “Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы муниципаль районы йәштәрен призывҡа тиклемге һәм патриотик тәрбиә” муниципаль программаһы раҫланды; район хакимиәтенең финанс идаралығына (С.Р.Ғөбәйҙуллина) ошо программаны тормошҡа ашырыу өсөн район бюджеты сиктәрендә финансларға ҡушылды.
Муниципаль программаның үтәлеше өсөн яуаплылыҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатовҡа йөкмәтелде.