Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты туроператорҙарҙан социаль турҙарҙың маршруты буйынса тәҡдимдәрен һоратып алдырған.
Ғаризаларҙы 28 июндән 10 июлгә тиклем бирергә кәрәк. Республика бюджеты 1105 юллама һатып алыуға яҡынса 7,8 миллион һум бүлә. Шуның 1,5 миллионы — балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр өсөн 200 юллама,1,65 миллионы инвалид балалар, коляскалағы инвалидтар һәм күреү һәләте буйынса беренсе төркөм инвалидтары (уларҙы оҙатып йөрөүселәр менән) өсөн 138 юллама һатып алыуға тәғәйенләнгән.
Тағы социаль квотанан 614 юллама — республика, 153-ө Рәсәй буйынса турҙарға бүленә.
Пенсионерҙарға социаль юллама хаҡының бер өлөшө 8 мең һум күләмендә түләнә, турҙың маршруты мөһим түгел.
2017 йылда дәүләт ярҙамының күләме 800 юлламаға 7 миллион һум тәшкил итте.