+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2018, 13:43

Мәжит Ғафуриға арнала

Билдәле булыуынса, август башында Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры, районыбыҙға исем биргән күренекле шәхес Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнө билдәләнә.

Халыҡ шағирының тыуған көнө айҡанлы “Табын” район гәзите район Сәсәндәр мәктәбе (етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина) менән берлектә Мәжит Ғафуриға арналған шиғыр конкурсы иғлан итә. Шиғыр 40 юлдан (ғәҙәти 4 юллыҡ 5 куплет) артмаҫҡа тейеш. Өлкәндәр һәм уҡыусылар айырым баһалана. Һәйбәт тип табылған шиғырҙар “Табын” гәзитенең Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнөнә арналған махсус битендә донъя күрәсәк. Еңеүселәрҙе М.Ғафуриҙың тыуған көнөндә шағир һәйкәле эргәһендә бүләкләйәсәкбеҙ.
Читайте нас: