+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2018, 12:46

Һыуҙа һаҡ булығыҙ!

9 июлдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмә уҙғарҙы.

Унда мал аҙығы әҙерләү, юлдарҙы ремонтлау барышы менән бер рәттән һыу ингәндә хәүефһеҙлек мәсьәләһе лә тикшерелде. Төрлө саралар күрелеүгә, әленән-әле халыҡты иҫкәртеп тороуға ҡарамаҫтан, һыуҙа батып үлеү осраҡтары кәмемәй, бәхетһеҙлектәр булып тора. Көндәр эҫе торғанлыҡтан халыҡ һыу бу-йына ашыға һәм хәүефһеҙлекте онотоп ебәрә. Шуға ла махсус йыһазландырылған, ҡотҡарыу хеҙмәте дежурҙа торған урындарҙа ғына һыу инеү рөхсәт ителә. Һыуҙа хәүефһеҙлекте иҫкәртеү буйынса 50-нән ашыу профилактик саралар уҙғарылған. Хөкүмәт ултырышында Рөстәм Мәрҙәнов эскән килеш һыуға төшөүселәргә һәм балаларҙы һыу буйында ҡараусыһыҙ ҡалдырыусыларға айырыуса ҙур иғтибар бирергә ҡушты.

Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән, һыуҙа һаҡ булығыҙ, райондаштар!


Читайте нас: