+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2018, 14:14

Онотолған сир баш ҡалҡыта

Башҡортостанда йыл башынан 12 тапҡыр ҡыҙылса менән сирләү осрағы теркәлгән, улар башлыса Өфө ҡалаһында асыҡланған. Сирлеләрҙең алтауһы – балалар.

Хәлде “Роспотребнадзор” менән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы контролгә алған. Әле ҡыҙылсаға ҡаршы пландан тыш вакцинация үткәрелә, йоғошло ауырыуҙың таралыуына ҡаршы эш алып барыла. Шулай ҙа белгестәр артыҡ хәүефһеҙләнмәҫкә саҡыра.

Былтыр республикала ҡыҙылсаға бәйле бер генә осраҡ теркәлгән, эпидемиологик хәл хәүефһеҙ тип баһаланған. Табиптар белдереүенсә, ауырыуҙан һаҡланыуҙың һәм уны иҫкәртеүҙең берҙән-бер ышаныслы аҙымы – вакцинация яһатыу. Эпидемиологтар күптән онотолған сирҙең ҡайтанан башланыу сәбәбен ата-әсәләрҙең сабыйына ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһатыуҙан баш тартыуынан күрә. Рәсәйгә мигранттарҙың күпләп килеүе лә сир артыуына йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә.

“Роспотребнадзор”ҙың республика буйынса идаралығы сит илгә сәйәхәткә юлланған кешеләргә ике тапҡыр иммунизация үтергә кәңәш итә. Бының өсөн урындағы терапевҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Читайте нас: