+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2018, 11:59

Матурлыҡҡа дан йырлай

Районда үҙнәшер юлы менән баҫтырылған китаптар әленән-әле сығып тора. Яңыраҡ Ҡарағай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмил Кинйәбулатовтың “Ҡая бул ине!” исемле шиғри йыйынтығы донъя күрҙе.

Иҫке Тайыш ауылында, мәғрүр Уҡлығая итәгендә, йәмле Еҙем йылғаһы буйында тыуып үҫкән Рәмил Сәлих улы электән үк ижади эш менән шөғөлләнә, шиғырҙар ижад итә. Уның шиғырҙары башлыса лирик йөкмәткеле. Әҫәрҙәрендә ул тыуған яҡ тәбиғәтенә дан йырлай. “Ҡая бул ине...”, “Уҡлығая”, “Өс тирәк”,”Йырҙар тыңлап, моңдар аңларға...”, “Урманым” һәм башҡа шиғырҙары тыуған яҡ тәбиғәте хаҡында. Автор шиғырҙарында тормош күренештәрен тасуирлай, йәш егеттәй ғишыҡ утында яна, дуҫлыҡ, изгелек, яуызлыҡ төшөнсәһе хаҡында фекер йөрөтә, физкультура уҡытыусыһы булараҡ сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәй. Йыйынтыҡ әҙәбиәт һөйөүселәргә һәм киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән.

С. ТИМЕРОВ.


Читайте нас: