+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Август 2018, 14:11

Баллы-алмалы спас

25 августа район үҙәгендә М.Ғафури исемендәге майҙанда ике ҙур сара: матур йолаға әйләнгән “Баллы-алмалы спас” байрамы һәм Ғаилә ял көнө сараһы үтә.

“Баллы-алмалы спас” иртәнге сәғәт 10-да ҙур йәрминкә менән асыла, 11.00 сәғәттә байрам саралары башлана. Программала: байрам концерты, төрлө номинациялар буйынса конкурс: “Иң яҡшы умартасы” (иң күп бал ҡорто ғаиләләре тотоусы), “Баллы-алмалы табын” (төрлө һый-ниғмәтле өҫтәл), “Ғафури балы менән башҡорт һылыуҡайы” (бал презентациялау конкурс-дефилеһы, костюм әҙерләү хуплана), “Иң тәмле алма бәлеше”, “Үҙенсәлекле баллы торт”, “Бал хаҡында таҡмаҡтар конкурсы”. Уларҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала, шулай уҡ коллектив заявкалар ҡабул ителә. (Яҙылыу өсөн телефон: 2-12-48 – Е.В.Рябова). Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә. (12+ ).

“Ғаилә” район-ара үҙәге бүлексәһе ойошторған “Ғаилә каникулдары” сараһы 11.00 сәғәттә башлана. Унда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы тематик майҙансыҡтарҙа “Хәүефһеҙ бала саҡ” тигән ғаилә квесы, ата-әсәләр һәм балалар өсөн спорт конкурстары, балалар өсөн “баллы” викторина көтә. Теләгән һәр кем саҡырыла. (0+).


Читайте нас: