+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Август 2018, 14:34

Милли ғаиләләр парады

Байрам-парад 29 августа Красноусолдың “Йәшлек” ял паркында үтә, 17.00 сәғәттә башлана.

Парадта ҡатнашыусылар район мәҙәниәт һарайы алдында йыйылып, “Йәшлек” паркына тиклем саф булып теҙелеп бара. Артабан ғаиләләр флешмобы, ғаилә парҙары концерты, милли кейемдәге балаларҙың үтеүе була. “Өләсәй һандығындағы иң шәп костюм”, “Үҙ ҡулың менән теккән иң шәп костюм”, “Милли кейемдәге иң үҙенсәлекле ғаилә”, “Иң яҡшы балалар костюмы”, “Ғаиләне иң шәп презентациялау” номинацияларында конкурс иғлан ителә.

Сараға теләгән һәр кем саҡырыла. Шулай уҡ ойоштороусылар районыбыҙ өсөн һирәк булған милләттән ғаилә парҙарының ҡатнашыуын теләй. (6+).


Читайте нас: