Башҡортостан вәкиле Илья Первухин Португалияла байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яуланы. Рәсәй йыйылма командаһы составында ул Кирилл Шамшурин менән 1000 метрлыҡ арауыҡта өсөнсө булды.
Шулай уҡ донъя чемпионатында Рәсәй исеменән тағы бер Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Олег Синявин сығыш яһаны. Ул байдаркала ишеүселәр квартетында 1000 метрлыҡ арауыҡта дүртенсе урынды алды.
Рәсәй йыйылмаһы дөйөм команда иҫәбендә өсөнсө урынға лайыҡ булды, көмөш миҙалдар — Венгрияла, алтын — Германияла.