+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2018, 12:43

Уҡыусылар һаны 12 меңгә артҡан

Башҡортостанда яңы уҡыу йылында уҡыусылар һаны 12 731-гә артҡан — 479 773 уҡыусы, тип белдерҙе республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктең мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.

Беренсе класс уҡыусылары ла байтаҡ. Республикала 53 070 бала тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫа, был уҙған йылға ҡарағанда 719 кешегә күберәк.

«Башҡортостанда яңы уҡыу йылы башланыуға бәйле барлыҡ тантаналы саралар 1 сентябрҙә уҙғарыла, ә тәүге уҡыу көнө — 3 сентябрь», — тине министр.


Читайте нас: