+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Октябрь 2018, 11:35

Салауатҡа – Салауат Юлаев премияһы!

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Был юғары бүләкте алыусылар араһында яҡташыбыҙ, яҙыусы, «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының проза бүлеге мөхәррире Салауат Әбүзәровтың булыуы райондаштарыбыҙ, йәмәғәтселек өсөн ҙур ғорурлыҡ. Ул наградаға «Ғәмәл дәфтәре» шиғырҙар һәм поэ-малар китабы өсөн лайыҡ булды.

Дәүләт премияһы шулай уҡ «Арҡайым» балеты өсөн композитор, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы мөдире Ләйлә Исмәғилева һәм «Кремль балеты» театрының художество етәксеһе — баш балетмейстеры Андрей Петровҡа; һынлы сәнғәт өлкәһендә «Салауат күпере» ижади проекты өсөн рәссам, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Рифҡәт Арыҫлановҡа тапшырылды.
Читайте нас: