+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2018, 12:01

“Йәш ғаилә - 2018”

Муниципаль район хакимиәте “Йәш ғаилә – 2018” район конкурсы үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Конкурс Ирекмәндәр һәм Ғаилә йылына арналып, уны уҙғарыуға район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге (етәксеһе Г.Ғ.Мирхәйҙәрова) менән мәҙәниәт бүлеге (Е.В.Соколова) яуаплы итеп билдәләнгән. Конкурстың төп маҡсаты һәм бурысы булып ғаиләнең мәртәбәһен, абруйын күтәреү, йәш ғаилә институтын, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙә гражданлыҡ яуаплылығы тәрбиәләү тора.

Конкурста 17 йәшкәсә балалары булған, никахтары рәсми теркәлгән, үҙҙәре 35 йәшкә тиклемге ғаиләләр ҡатнаша. Улар 25 октябргә тиклем ойоштороу комитетына заявка бирергә тейеш. Конкурс 31 октябрҙә район мәҙәниәт һарайында була.

Ҡарарға ярашлы, ауыл биләмәләре башлыҡтарына һәр ауыл биләмәһенән конкурста йәш ғаиләнең ҡатнашыуын тәьмин итергә тәҡдим ителә.


Читайте нас: