Сара фойела башланып, унда йылдың иң яҡшы символына; буласаҡ спектаклдең иң яҡшы афишаһына; театрҙың иң яҡшы алиһәһенә конкурстар үтә. Шулай уҡ: грим һалыу буйынса оҫталыҡ дәресе, халыҡ театрҙары араһында спектаклдәрҙән ҡатып ҡалған өҙөк әҙерләүгә конкурс, елпеүес-шоу (һәр ҡатнашыусы оҙон бал күлдәктәрендә һәм елпеүес (веер) тотоп килә).