+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2019, 14:03

Аҙыҡ-түлек сифаты

Халыҡҡа республикала һатылыусы аҙыҡ-түлектең сифаты тураһында тулы мәғлүмәт биреү өсөн “Асыҡ сифат” мәғлүмәт-аналитика порталы эшләй башланы.

“Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында” дәүләт программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә булдырылған порталда төрлө тауарҙар буйынса үткәрелгән лаборатор тикшеренеүҙәр һәм дегустациялар һөҙөмтәләре, закондағы һәм продукцияның сифаты һәм хәүефһеҙлеге хаҡында яңылыҡтар, статистик һәм аналитик мәғлүмәт урынлаштырылған. Порталға https://www.kachestvorb.ru электрон адресы йәки район хакимиәтенең рәсми сайты аша инеп була.


Читайте нас: