Тәүге көн тәртибе буйынса сығыш яһап, райондағы криминоген хәл менән штаб начальнигы А.Р.Хәбибуллин таныштырҙы. 14-нән 21 ғинуарға тиклемге осорҙа райондағы янғын осраҡтары тураһында 74-се янғын часы начальнигы В.В.Отмахов мәғлүмәт бирҙе. Ошо арауыҡта Буруновка ауылында йорт һәм Ҡаранйылғала мунса янған, ике осраҡта ла янғын мейестән сыҡҡан. Шулай уҡ кәңәшмәлә “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы” конкурсы һөҙөмтәләрен район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы А.М.Кирамова иғлан итте.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов кәңәшмәне йомғаҡлап, янғын хәүефһеҙлеге буйынса профилактик эште, белем биреү учреждениелары алдын яҡтыртыуҙы дауам итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Кәңәшмәлә кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән башҡа мөһим мәсьәләләр ҙә ҡаралды.