Коворкинг-үҙәктәр – эшҡыуарҙарға һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырырға планлаштырыусы граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн махсус йыһазландырылған биналар.
Бәләкәй (урта) эшҡыуарлыҡ субъектына йәки инфраструктура ойошмаһына бирелеүсе субсидияның иң ҙур күләме 2 миллион һум тәшкил итә, был саҡта һораған бюджет аҡсаһы суммаһынан 10 проценттан кәм булмаған тик-лем үҙ аҡсаһын һалыу шарт булып тора.
Бындай төр ярҙам тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт комитетының рәсми сайтына инеп, 2019-2024 йылдарға “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам” дәүләт программаһының 4-се Ҡушымтаһының 2.9-сы
пунктында танышырға була.