Унда ҡатнашыусылар 6-сы класта “Саңғыла йөрөүгә әҙерлек. Тауға менеү һәм унан шыуып төшөү техникаһы” тигән темаға асыҡ дәрес һәм 9-сы класта “Милли көрәш” темаһы буйынса дәрестән тыш күнекмәләрҙе ҡараны. Дәрестәрҙе 25 йылдан ашыу физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Дамир Ғәбделхәй улы Сафиуллин уҙғарҙы. Семинарҙа ҡатнашыусылар уҡытыусы уҙғарған дәрес-күнекмәгә “бик яҡшы” һәм “яҡшы” тигән баһа бирҙеләр. Сара һуңында уҡытыусылар олимпиада һәм мәктәп уҡыусыларының 21-се спартакиадаһын уҙғарыу, шулай уҡ уларға үҙгәрештәр индереү мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләште.