+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2019, 12:14

Яңы хеҙмәттәр күрһәтелә

2017 йылдан БР Кадастр палатаһы үҙ вәкәләттәрен киңәйтеп, яңы хеҙмәттәр күрһәтә.

Беренсенән, бында электрон ҡултамғаға сертификат бирелә. Электрон ҡултамғаның ҡағыҙҙағы ҡултамға алдында өҫтөнлөктәре бар. Мәҫәлән, ул универсал, ышаныслы, ваҡытты һәм аҡсаны экономияларға мөмкинлек бирә. Кадастр палатаһының Раҫлаусы үҙәгендә электрон ҡултамғаға сертификатлы асҡыстарҙың хаҡы 700 һум тора, ҡулланылыу ваҡыты – 15 ай. Өҫтәлмә мәғлүмәтте 8 (347) 222-20-10 телефоны аша йәки [email protected] электрон почтаһына яҙып белергә була.

Икенсенән, Кадастр палатаһында күсемһеҙ милек, уға бәйле килешеүҙәр төҙөүгә консультациялар ҙа алырға мөмкин. Был хеҙмәт өсөн хаҡтарҙы белеү өсөн https://kadastr.ru сайтында “Эшмәкәрлек” – “Консультация хеҙмәте” бүлегендә йәки БР буйынса Кадастр палатаһына Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 30/5 адресына, райондарҙағы Кадастр палатаһы хеҙмәткәрҙәренә йәки [email protected] электрон адресына мөрәжәғәт итегеҙ.


Читайте нас: