+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2019, 12:39

Ерләү буйынса гарантияланған хеҙмәттәр исемлегенә ярашлы күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең хаҡын билдәләү тураһында Муниципаль район Советы ҡарары

“Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” 2003 йылдың 6 октябрендәге Федераль законға, ”1996 йылдың 12 ғинуарындағы “Ерләү һәм йыназа эше тураһында” 8-ФЗ һанлы Федераль закондың 9 һәм 10-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында” 2008 йылдың 3 декабрендәге 238-ФЗ һанлы Федераль законға, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең “2019 йылда түләүҙәр, пособиелар һәм компенсацияларҙы индексациялау коэффициентын раҫлау тураһында” 2019 йылдың 24 ғинуарындағы 32-се Ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарар итте:

1. 2019 йылдың 1 февраленән ерләү буйынса гарантияланған хеҙмәттәр исемлегенә ярашлы күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең хаҡын 1-се һәм 2-се ҡушымталарға ярашлы билдәләргә.

2. Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының 2018 йылдың 5 февралендәге “Ерләү буйынса гарантияланған хеҙмәттәр исемлегенә ярашлы күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең хаҡын билдәләү тураһында” 4/24-197-се ҡарарын 2019 йылдың 1 февраленән көсөн юғалтҡан тип танырға.

3. Был ҡарарҙы “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.

4. Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы Советтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, социаль-гуманитар мәсьәләләр, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау һәм халыҡҡа башҡа төр хеҙмәттәр буйынса даими комиссияһына (С.О.Афанасьев) йөкмәтергә.

З.М.ХАФИЗОВ,

Совет рәйесе.

5 февраль 2019 йыл, № 4/42-371.

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район

Советының 2019 йылдың 5 февралендәге 4/42-1371-се ҡарарына

1-се ҠУШЫМТА

Мәрхүмдең иренә (ҡатынына), яҡын туғандарына, башҡа туғандарына йәки ерләү бурыстарын үҙ өҫтөнә алған башҡа кешеләргә ерләү буйынса гарантияланған хеҙмәттәр исемлегенә ярашлы күрһәтелеүсе Хеҙмәттәр исемлеге
Тәртип һаны. Ерләү хеҙмәттәре исемлеге Күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең сифаты Хеҙмәттең хаҡы, Урал коэффициенты менән бергә


1. Ерләү өсөн кәрәкле документтарҙы тултырыу: үлем сәбәбен билдәләгәндән һуң бер тәүлек эсендә бушлай


2. Табут һәм ерләү өсөн кәрәк булған башҡа әйберҙәр (венок, таҫма) алыуға һәм илтеүгә: йышылған, сите алынған, тышланған таҡтанан, тораҡ пункт эсендә илтеү 2624,72


3. Мәрхүмдең кәүҙәһен (ҡалдыҡтарын) зыяратҡа илтеү: тораҡ пункт эсендә 1009,6


4. Ерләү: ғөрөф-ғәҙәт һәм традицияларға ярашлы йола эштәре 3204,12

Йәмғеһе: 6838,44

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының 2019 йылдың 5 февралендәге

4/42-371-се ҡарарына

2-се ҠУШЫМТА

Мәрхүмдең ире (ҡатыны), яҡын туғандары, башҡа туғандары йәки законлы вәкиле булмағанда, йәиһә улар тарафынан мәрхүмде ерләү мөмкин булмаһа, шулай уҡ ерләү бурыстарын үҙ өҫтөнә ала алған башҡа кешеләр булмаған осраҡта ерләү буйынса гарантияланған хеҙмәттәр исемлегенә ярашлы күрһәтелеүсе

Хеҙмәттәр исемлеге
Ерләү хеҙмәттәре исемлеге Күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең сифаты Хеҙмәттең хаҡы, Урал коэффици-енты менән бергә

1. Ерләү өсөн кәрәкле документтарҙы тултырыу Үлем сәбәбен билдәләгәндән һуң бер тәүлек эсендә бушлай


2. Кәүҙәне төрөү 369,30


3. Табут биреү һәм ерләү өсөн кәрәк булған башҡа әйберҙәр биреү һәм илтеү Осһоҙло ағастан яһалған, йышылмаған, сите алынмаған, тышланмаған таҡ-танан, тораҡ пункт эсендә илтеү 2255,42


4. Мәрхүмдең кәүҙәһен (ҡалдыҡ-тарын) зыяратҡа илтеү Район эсендә 1009,6


5. Ерләү Ғөрөф-ғәҙәт һәм традицияларға ярашлы йола эштәре 3204,12


Йәмғеһе: 6838,44




Читайте нас: