Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау һәм Финанс министрлыҡтары республиканың профсоюздар Федерацияһы менән килешеү буйынса “Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме тураһында” федераль закондың статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” 2018 йылдың 25 декабрендәге 481-ФЗ һанлы федераль закон менән 2019 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт күләменең (МРОТ) айына 11280 һум күләмендә билдәләнеүе хаҡында хәбәр итә.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Конституцион судының 2017 йылдың 7 декабрендәге 2 38- П һанлы ҡарарына ярашлы, айы-рым климат шарттарында эшләүгә бәйле эш хаҡы билдәләнгән һәм МРОТ менән тәьмин итеүҙең конституцион талаптары үтәлгәндән һуң ғына хеҙмәткә арттырылып түләнергә тейеш. Тимәк,айырым климат шарттарында, шул иҫәптән Алыҫ Себерҙә һәм уға тиңләштерелгән райондарҙа эшләүгә бәйле өҫтәмә проценттар МРОТ күләменә индерелмәй.
Шулай итеп, 2019 йылдың ғинуарынан айлыҡ эш хаҡы район коэффициентына һәм процент өҫтәмәһенә артҡан МРОТ-тан кәм булмаҫҡа тейеш: Республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары биләмәһендә ( Межгорье ҡалаһынан тыш) -12972 һум(11280 һум х1,15 (район коэффициенты).
Учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын МРОТ кимәленә еткереү өсөн эш биреүсегә бүленгән бюджет аҡсаһы күләменән сығып, хеҙмәткәргә дәртләндереү рәүешендә өҫтәмә түләү булдырыу алымы тәҡдим ителә.