-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2019, 18:27

Ғаилә һәм балалыҡ һағында

15-16 майҙа Өфөлә ғаилә сәйәсәте һәм демографияға арналған “Бала саҡ векторы-2019” Бөтә Рәсәй конгресы үтә. Унда илдең 85 субъектынан 300-гә яҡын власть органдары вәкиле, профилле ведомстволар етәкселәре, бала хоҡуҡтары буйынса һәм ата-әсәләр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнаша.

Конгрестың төп темаһы – Рәсәйҙә демография мәсьәләләре һәм балаларҙың киләсәге. Сара сиктәрендә бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең XVI съезы һәм III республика ата-әсәләр форумы уҙа. “Торатау” конгресс-холында ойошторолған ике күргәҙмәлә балалыҡты һаҡлауға арналған республикалағы иң яҡшы 10 тәжрибә проекты менән танышыу мөмкинлеге бар. Съездың пленар өлөшөндә демографик сәйәсәт проблемалары, балаларға өҫтәлмә белем биреү һәм балалыҡ инфраструктураһындағы иң яҡшы өлгөләр мәсьәләләре ҡарала.
Читайте нас: