+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2019, 02:00

В.Путин Экология министры менән осрашты

20 майҙа ил Президенты Владимир Путин РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Кобылкин менән осрашты. Ведомство етәксеһе Президентҡа “Экология” милли проектының барышы тураһында мәғлүмәт бирҙе.
-Проект 11 йүнәлештән тора. Уларҙы беҙ 5 төркөмгә: коммуналь ҡалдыҡтар, реформа; һыу; һауа; биологик төрлөлөк һәм иң яҡшы технологияларға бүләбеҙ. Быйыл “Таҙа ил” программаһы буйынса 48 сүплекте рекультивациялау башланды, 2024 йылға тиклем ҡалаларға яҡын урынлашҡан тағы ла 191 сүплекте бөтөрөү күҙ уңында тотола. Планда ҡалдыҡтарҙы сортировалау һәм эшкәртеү өсөн 220 завод төҙөү ҡаралған. Уларҙың 20-һенең проекты тикшерелә, йыл аҙағына финанслай башларбыҙ тип уйлайым.
“Һыу” программаһына килгәндә, беҙҙең бөйөк Волга йылғаһы бар һәм унда 60 млн кеше йәшәй. Бында бик күп ҡоролмаларҙы, шул иҫәптән канализация-таҙартыу ҡоролмаларын реконструкцияларға кәрәк. Шулай уҡ уникаль һыу объекты – Байкал күлендә лә ҙур проблемалар бар. Уның экологияһына зыян менән янаған Байкал целлюлоза-ҡағыҙ комбинатын рекультивациялау күҙаллана, - тине Д.Кобылкин һәм башҡа программаларға ла ентекле туҡталып, В.Путинды эштәр барышы менән таныштырҙы.
#ВладимирПутин


Читайте нас: