Уҙған йылда 76,3 млн доллар ауыл хужалығы тауары экспортланған. Быйыл был һанды 91 млн долларға еткереү планлаштырыла. Экспорттың яртыһын тиерлек иген тәшкил итә. 23,9 процентын – көнбағыш һәм рапс майы, 11,8 процентын – һөт продукцияһы, йомортҡа һәм бал һ.б. тәшкил итә. Экспорттың тауар структураһында игендең өлөшө майлы продукция иҫәбенә ҡыҫҡара барасаҡ.