+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2019, 19:20

Ил Президенты В.Путин – Сочиҙа

21 майҙа Һиндостан премьер-министры Нарендра Моди Сочиға эш сәфәрендә Владимир Путин менән осрашты. Унда башлыса ике ил араһындағы “өҫтөнлөклө стратегик хеҙмәттәшлек”тең иҡтисади йүнәлешенә иғтибар бирелде.
Һөйләшеүҙәр ваҡытында Владимир Путин “Рәсәй – Һиндостан мөнәсәбәттәренең тамырҙары бик тәрәндә ята” тип билдәләһә, Моди, үҙ сиратында, “Рәсәй Һиндостандың күптәнге дуҫы, ә Президент Путин – минең шәхси дуҫым һәм Һиндостандың дуҫы” , тине.
Сит ил эштәре министры Сергей Лавров әйтеүенсә, һөйләшеүҙәр барышында илдәр ике дәүләт араһындағы тауар әйләнеше (уҙған йылда ул 20 процентҡа артҡан) тураһында фекер алышҡан. Ил етәкселәре Азия-Тымыҡ океан төбәгендәге хеҙмәттәшлек асыҡ һәм хәүефһеҙ принциптарға ҡоролорға тейеш тигән һығымтаға килгән. Шулай уҡ улар Евразия иҡтисади союзы менән Һиндостан араһында азат сауҙа зонаһы булдырыу тураһында ла килешкән.
#ВладимирПутин
Читайте нас: