+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2019, 00:21

Милли проекттар – киләсәккә ышаныслы аҙым

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов республикала ошо йүнәлештәге эштәр тураһында бына нимәләр һөйләй:
- Беҙҙә проектлы идара итеү 2016 йылда уҡ башланғайны. Ауыл хужалығы, сауҙа, коммуналь хужалыҡ, эшҡыуарлыҡ һ.б. өлкәләрҙә 21 проектҡа башланғыс һалынды. Уларҙың 12-һе уңышлы тормошҡа ашырыла. Беҙ шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ҡала мөхите, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, юлдар ремонты һ.б. өҫтөнлөклө федераль проекттарға әүҙем ҡушылдыҡ.
Мәҫәлән, проекттарҙың береһен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республика 2017 йылда Апимондияның 47-се Конгресын үткәреү хоҡуғын алды. Икенсе проект Туймазы районында 4 ҡаҙанлыҡты яңыртырға мөмкинлек бирҙе. Һәм бындай миҫалдар бик күп.
Ил президенты билдәләгәнмилли проекттар ил иҡтисади һәм социаль өлкәһендә ҙур үҙгәрештәрҙе күҙаллай. Быға тиклем булмаған 25 трлн һумдан ашыу финанслау ҡаралған.
Алдағы 6 йылға республикала төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға 175 млрд һум, шуларҙың 80 миллиарды – федераль сығанаҡтарҙан, 50 млрд республика бюджетынан бүленә. Был аҡсаларҙың яртыһы тиерлек йәшәү шарттарын яҡшыртыуға китәсәк, 43 проценты – кеше капиталы үҫешенә, ҡалған өлөшө – иҡтисади проекттарға йүнәлтелә.
Быйыл республикала 21 мәктәп, 19 балалар баҡсаһы, 3 стационар һәм 19 модулле ФАП, 2 поликлиниканы сафҡа индереү көтөлә. 142 парк, сквер, ял итеү урындары төҙөкләндерелә. 133-тән ашыу мәктәптең матди-техник база яңыртыласаҡ.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү аҡсатында, мәҫәлән, быйыл 350-нән ашыу бизнес проект микрофинанс ярҙамы аласаҡ.
Юлдар ремонтына 6 йыл эсендә 35 млрд һум бүлеү ҡарала. Быйыл 7,5 мең км юл норматив талаптарға яуап бирерлек хәлгә килтерелә. Авариялар йыш булған 17 урын йүнәтелә, 430 стационар фото-видеофиксация камералары урынлаштырыла. (...)
Дөйөм алғанда, милли проекттар һәм уның бурыстары глобаль характерлы булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Бөтә проекттарҙың да синхрон рәүештә үтәлеүе бик мөһим. Шул ваҡытта ғына беҙ ғүмер оҙонлоғо, тыуым күрһәткесен, халыҡтың йәшәү кимәлен, тормош шарттарын яҡшырта, граждандарҙы лайыҡлы эш менән тәьмин итә алабыҙ. Төбәк башлығы Р.Хәбиров әйтеүенсә, “милли проекттар – киләсәккә аҙым эшләү, илебеҙгә алға сығыу мөмкинселеге ул”.
#нацпроекты#национальныепроекты
Читайте нас: