-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2019, 21:58

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итәсәк

«Уралсиб» банкы торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау республика программаһында ҡатнашыусыларға ипотека ставкаһын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Банкы 2019 йылдың 27 майынан 6 йылға вклад асҡан граждандар өсөн ипотека кредиты буйынса ставканы йылына 5,5% билдәләргә хәл итте. 5 йылға иҫәпләнгән вкладтар өсөн - йылына 6%, тип белдерҙе Башҡортостандың ипотека-туплау механизмдарын һәм программаларын үҫтереү буйынса дирекция етәксеһе Е. Декатов.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин фекеренсә, бындай үҙгәрештәр ипотека ставкаһын кәметеү йәһәтенән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын һәм «Башҡортостан Республикаһы ипотекаһы» төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙа мөһим аҙым булып тора.

«Был - Рәсәй Президентының «май» Указында нығытылған маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү һәм граждандарға торлаҡ алыу мөмкинлеген арттырыуҙа ҙур аҙым», - тине ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылдан Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса йыйыу системаһын индереү проекты уңышлы бойомға ашырыла, 2017 йылдың уртаһынан ошо программаның тәүге ҡатнашыусылары льготалы процент ставкаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға кредит ала башланы.

Әлеге ваҡытта республикала ошо программа ярҙамында 1,4 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.


#нацпроекты#национальныепроекты
Читайте нас: