+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2019, 23:05

Милли проект сиктәрендә

Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә 6 йыл эсендә ауылдарҙа 26 мәҙәни-ял учреждениеһы барлыҡҡа киләсәк. Тағы ла бер бинаға капиталь ремонт үтәсәк, тип белдерҙе БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова БР Хөкүмәте кәңәшмәһендә.
2019 йылда 2 яңы объект – Түбәнге Ҡыйғы (150 урынлыҡ) һәм Мөрсәлим (200 урынлыҡ) ауылдарында мәҙәниәт йорттары, 2020 йылда тағы ла 9 яңы ауыл клубы төҙөләсәк. Кәңәшмәлә шулай уҡ муниципалитеттарҙың “Мәҙәни мөхит”, “Ижад кешеләре”, “Һанлы мәҙәниәт” проекттарында ҡатнашыу мәсьәләләре ҡаралды.
2020 – 2022 йылдарҙа 2023 йылда моделле китапханалар барлыҡҡа киләсәк 20 район һәм ауыл китапханаһын ремонтлау күҙаллана. Бынан тыш, 2020-2021 йылдарҙа 10 муниципалитет автоклубтар аласаҡ. Йыл һайын 20 балалар сәнғәт мәктәбе һәм мәҙәниәт колледжы музыкаль инструменттар, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары аласаҡ. Райондарҙа кинозалдар модернизацияланасаҡ. Быйыл 18 муниципалитет Кино фондына заявкалар ебәрҙе лә инде.
Был сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн муниципалитеттарға федераль бюджеттан 287 млн һум аҡса бүленә.
2024 йылда 2,2 мең мәҙәниәт хеҙмәткәре белемен камиллаштырасаҡ. Һәр район инициативалы ижад кешеләргә ярҙам күрһәтергә, яңы мәҙәни-белем биреү программалары эшләргә, мәҙәни сараларға һәм акцияларға ирекмәндәрҙе йәлеп итергә планлаштыра. Әминә Шафиҡова мәҙәниәт учреждениеларын виртуаль концерт залына тоташтарыу өсөн урындар булдырыу буйынса әүҙем эш бара тип белдерҙе. 2019 йылда 20 булһа, йыл аҙағына уларҙың һаны 130-ға етәсәк.
Әлеге көндә муниципалитеттар төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу сараларын эшләй, яҡын арала Мәҙәниәт министрлығы менән 3 ретропроект тураһында килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Шулай итеп, “Мәҙәниәт” милли проекты өс – федераль, төбәк һәм муниципаль кимәлдә тормошҡа ашырыласаҡ.
#нацпроекты#национальныепроекты
.

Читайте нас: