+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2019, 19:29

“Демография” милли проекты

Башҡортостанда “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проекты сиктәрендә йыл һайын 1,5 мең өлкән йәштәге кеше өҫтәмә белем аласаҡ. Бының өсөн йылына яҡынса 108,8 миллион һум аҡса бүленәсәк.


Рәсәй Президенты В. Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибар бүленәсәген, киләһе йыл улар буйынса тәүге һығымталар яһаласағын белдергәйне. “Уларҙың йөкмәткеһе һәм йүнәлештәре ил граждандарының ихтыяжын һәм өмөттәрен сағылдыра”, - тине ул.


Башҡортостан пенсия алдындағы кешеләрҙе ҡабаттан уҡытыу, өҫтәмә белем биреү буйынса Рәсәйҙең алдынғы 12 төбәге иҫәбенә ингән.


"Роструд" мәғлүмәттәре буйынса, быйыл пенсия алды йәшендәге 75 мең самаһы кеше яңы һөнәрҙәрҙе өйрәнеүгә йүнәлтеләсәк, бының өсөн федераль ҡаҙнанан 5 млрд һум самаһы финанс бүленгән.


#нацпроекты#национальныепроекты
Читайте нас: