+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2019, 15:03

Өфө – Баҡы рейсы асылды

Бөгөн Өфө аэропортында Баҡы ҡалаһына яңы рейс асылды. Тәүге рейсҡа юлланған самолет, йола буйынса, һыу аркаһы аҫтынан үтте. Был - бик матур күренеш.


Яңы рейстарҙы һыу ҡапҡалары менән ҡаршы алыу йолаһы диңгеҙҙә йөҙөүҙән килгән – караптарҙы ҡорал залптары менән ҡаршы алғандар, һуңғараҡ уларҙы янғын катеры һыуы менән алмаштырғандар. Был йола авиацияла ла бар. Уны First ever «Arch of Triumph» тип атайҙар.


Өфөнән Азербайжандың баш ҡалаһына тура рейстар аҙнаһына ике тапҡыр - кесаҙна һәм йәкшәмбе көндәренә билдәләнгән.
Читайте нас: